Баш бит
![]() |
Һөнәрем: уҡытыусы
Профессиональ эшем: юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Йәш уҡытыусы гранты лауреаты. Шөғөлөм: тегенеү, флористика.
Регион: Башҡортостан Республикаһы
Йәшәгән урыным: Өфө ҡалаһы
Эш урыным: Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының 17-се мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы |
Үҙем тураһында
Мин район һәм мәктәп кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. 2013-2014 йылда Зәйнәб Биишеваның 105 йәшенә арналған «Иң яҡшы дәрес өлгөһө» тигән республика конкурсында, 2011-2012 йылда «Туған телдәр буйынса Октябрь районының иң яҡшы уҡытыусыһы» район конкурсында, 2013-2014 йылда «Йәш уҡытыусыларға грант» республика конкурсында, «Танылыу» ҡала конкурсында һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнаштым. Яулаған уңыштарыма Өфө ҡалаһының Мәғариф бүлегенең, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф Министрлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бирелде..
2017 йылда “Педагог-эҙләнеүсе” ҡала конкурсында ҡатнашып еңеү яуланым һәм 2019 йылда Өфө ҡалаһының Башлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләндем.
Минең педагогик кредом - яҡшы уҡытыусы булыу өсөн, кемгә һәм нимәне өйрәткәнеңде яратырға кәрәк!