postheadericon Үҙем тураһында

Мин район һәм мәктәп кимәлендә үткәрелгән конкурстарҙа әүҙем ҡатнашам. 2013-2014 йылда Зәйнәб Биишеваның 105 йәшенә арналған «Иң яҡшы дәрес өлгөһө» тигән республика конкурсында, 2011-2012 йылда «Туған телдәр буйынса Октябрь районының иң яҡшы уҡытыусыһы» район конкурсында, 2013-2014 йылда «Йәш уҡытыусыларға грант» республика конкурсында, «Танылыу» ҡала конкурсында һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнаштым.  Яулаған уңыштарыма Өфө ҡалаһының Мәғариф бүлегенең, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф Министрлығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары бирелде..

 

Минең педагогик кредом - яҡшы уҡытыусы булыу өсөн, кемгә һәм нимәне өйрәткәнеңде яратырға кәрәк!

Был донъяла ҡунаҡларһың,
Уҡыһаң, йөҙөң аҡларһың.
Замана ғилемен белһәң,
Донъя тәртибен һаҡларһың.

Уҡыусыларым алдында мин
Үҙемде бурыслы тоям.
Шәфҡәтлелек, изгелектән,
Матурлыҡ, гүзәллектән
Бер бөтөн ынйы ҡоям.

Беҙ башлаған изге һуҡмаҡтарҙан
Өҙөлмәһен бала эҙҙәре.
Яңғырап торһон көмөш ҡыңғырауҙар,
Балҡып торһон сабый күҙҙәре.

Уҡытыусымын! Сәскән орлоҡтарым
Аҡыл емешенә әйләнгән.
Сөнки илем, халҡым киләсәге
Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.