postheadericon Эссе

Башҡортостан Республикаһы

Өфө ҡалаһы ҡала округының Октябрь районы

17-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

Минең педагогик фәлсәфәм

(эссе)

Башҡарҙы: башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сирьяжданова Илсиә Рәсүл ҡыҙы

Өфө – 2014


Эссе “Минең педагогик фәлсәфәм”

Иртәнге мәл ваҡыты. Тирә-яҡта көҙгө сафлыҡ бөркөлә. Һалмаҡ ҡына мәктәпкә ҡарай юл тотам. Барыһы ла ҡайҙалыр ашыға-бошоға йүгерә, әйтерһең, ваҡыт артынан ҡыуа. Уларға ҡарап мин бындай кешеләрҙең донъяла үҙ урындарын табыуына шикләнмәйем. Шулай уйланып китеп барғанда, янымдан бер нисә бала йүгереп үтте. Улар ҙа ҡайҙалыр ашыға.

Бара торғас, аллеяға килеп еттем. Мәктәпкә юл уның аша үтә. Әле генә әйләнә-тирәләй уралған донъя, әйтерһең, бында туҡтап ҡалған. Шул саҡ иғтибарымды бер ҡайын ағасы йәлеп итте. Ул Мостайса ғорур һыны менән һоҡландыра, шул уҡ ваҡытта елгә әкрен генә тирбәлеп, һары япраҡтарын ҡоя. Шул саҡ башымда бер уй яралды: әйтерһең, ҡайын – ул мин яратып эшләгән мәктәп, ә уның ботағындағы һәр япраҡ – ул уҡыусылар һәм уҡытыусылар. Мәктәп тормошон бына шул рәүешле сағыштырыу бер аҙ сәйер тойолһа ла, бында ла дөрөҫлөк бар. Ысынлап та, мәктәп – ул оҙаҡ йылдар дауамында тамырҙарын йәйеп нығытҡан, тирә-яҡҡа нур сәсеп торған белем усағы. Ә ундағы һәр кем, бер нисә йыл булһынмы, хатта ғүмер буйына үҙ яҙмышын шул усаҡта үткәрә. Әлбиттә, япраҡ ағасынан айырылған кеүек, ҡасан да булһа, ул кешеләр ҙә (уҡыусылар һәм уҡытыусылар) шул мәктәптән айырыласаҡ. Шуға күрә мәктәпкә күңелем менән береккән, бар булмышым менән был мөһабәт ағастың йәшәйешенә үҙ өлөшөмдө индергән уҡытыусы булараҡ, мәктәптәге тормошомдо бушҡа уҙғармаҫҡа ине тигән уйҙарға баттым.

Һәр кемдең тормошонда үҙ фәлсәфәһе була, сөнки тормош – ул үҙе оло фәлсәфә. Күңелем түренән сыҡҡан һөйөүемде, балаларға белем таратырға тигән ынтылышымды һәр кемдең йөрәк түренә мөмкин тиклем нығыраҡ еткерергә ине тигән фәлсәфәүи уйға килдем. Шул ваҡытта мин тормош фәлсәфәһенең асылын ниндәйҙер кимәлдә аңланым, тиһәм дә була.

Кеше үҫә, үҫешә барған һайын, уның донъяға ҡарашы, тормош ҡиммәттәре лә үҙгәрә бара. Яңыраҡ ҡына эшләй башлаусы йәш уҡытыусы булыуыма ҡарамаҫтан, ваҡыт үткәс, педагогик һәм тормош фәлсәфәмдең бер аҙ үҙгәрә төшөүен аңлайым, әлбиттә. Шулай ҙа хәҡиҡәтте беләм: тәбиғәттең, йәмғиәттең үҫеш-үҙгәрешен өйрәнергә һәм аңларға тырышыу фәлсәфәнең төп асылы булған кеүек, һәр кешене (беҙҙең осраҡта һәр уҡыусыны) ҡабатланмаҫ бәләкәй донъя булараҡ аңларға теләү минең тормош фәлсәфәмдең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора.

Донъя – киң һәм тар мәғәнәһендә. Киң мәғәнәһендә ул – бөтә ғаләм, кешелек йәмғиәте булһа, шул ғаләмдә көн итеүсе һәр кеше иһә бәләкәй донъяның сағылышы. Ә шулай ҙа был ике донъя бер-береһе менән нисек тоташҡан һуң? Тормош үҫеш арҡаһында алға барған кеүек, һәр кеше лә үҫә бара, бәләкәй донъяһын киңәйтә: ул үҙенең алдында маҡсаттар ҡуя, бейеклектәргә өлгәшә. Ә быларға өлгәшеү өсөн уға билдәле бер тормош дәресен үтергә кәрәк. Асылда, һәр кем бер үк ваҡытта уҡыусы ла, уҡытыусы ла. Минеңсә, донъялағы иң абруйлы һәм яуаплы эш – уҡытыусы булыу. Ул кешенең ғүмерлек һөнәре генә түгел, иң мөһиме – тормош дәреслеге. Уҡытыусы булыу – мәктәпкә килеп балаларға белем биреү менән сикләнмәй. Уҡытыусылыҡ – ул уның томошоноң бер үҙенсәлеге, хатта идеяһы. Был урында ҡыҙыҡлы һығымтаға килергә мөмкин: уҡытыусы фәлсәфәһе – ул тотош кеше йәшәйешенең фәлсәфәһе менән тура килә. Был һүҙҙәр миңә тырышып эшләргә, ваҡытымды бушҡа сарыф итмәҫкә этәргес көс бирә. Үҙемдең ошо идеяға бәйле фәлсәфәүи позициямды түбәндәге һүҙҙәр менән әйтә алам: “Үҙеңде үҙең бар ит!”

Шулай уйҙарымдан уйыла торғас, класҡа барып инәм. Алдымда һағынып көтөп алған уҡыусыларым ултыра. Уларҙың ҡайһы берәүҙәре бер аҙ һағышланып ултыра, икенселәренең йөҙөндә ҡыҙыҡһыныу һиҙелә, өсөнсөләре өмөт тулы күҙҙәр менән баға, ә ҡайһы берәүҙәрендә ғәмһеҙлек, вайымһыҙлыҡ сатҡылары күренә. Бында ла бит иҫ киткес фәлсәфә ята. Сөнки улар бөтәһе лә төрлө, һәр береһе үҙенә күрә бәләкәй бер донъя. Балаларҙың үҙенә генә хас эске донъяһы, идеялары, теләк-ынтылыштары, рухи ҡиммәттәре бар. Шул сифаттарҙы юғалтмай, балаларҙың мөмкинселектәрен күрә белеп, уларҙы үҫтерергә, киңәйтергә ярҙам итешеү иһә беҙҙең, уҡытыусыларҙың, оло бурысы. Был да үҙенә күрә фәлсәфә. Уҡыусыларҙың тышҡы ынтылышы менән эске ихтыяжы тура килмәһә, йыш ҡына конфликт ситуацияһы тыуа. Был сетерекле мәсьәләне хәл итеү өсөн отошло юлдарҙы табыу хәйерле. Был осраҡта мин үҙемдең педагогик фәлсәфәмә таянып, һәр уҡыусымдың нимә хаҡында уйланғанын, нимәләр менән янғанын белергә тырышам. Уҡыусының ниндәй шәхес икәнен асыҡлағандан, уның тормошта ниндәй принциптарға өҫтөнлөк биреүен белгәндән һуң, йәғни һәр баланың бәләкәй донъяһын күҙаллағандан һуң ғына, ниндәйерәк йүнәлештә эш алып барырға, балалар менән ни рәүешле эш итергә кәрәклекте асыҡлайым. Минең өсөн һәр уҡыусы – ул шәхес. Ә бит шәхес булыр өсөн, оло йәшкә эйә булыу төп күрһәткес түгел. Тәү сиратта баланың талантлы яҡтарын күрә белеү, ә ҡайһы берҙә уның бөйөк даһи икәнен дә күрһәтеү мөһим. Уҡыусы күңеленә уның ҡабатланмаҫ шәхес икәнен төшөндөрөү, теге йәки был эште унан башҡа бер кемдең дә яҡшыраҡ үтәй алмауын еткереү минең педагогик фәлсәфәмдең йәнә бер өлөшө булып тора.

Һәр уҡытыусы нимәгәлер ҙә булһа өйрәтә. Был уның һөнәренең асылы. Башҡа уҡытыусылар кеүек үк, мин дә уҡыусыларымды белгәндәремә өйрәтәм, дәрес материалын үҙләштереүҙә йүнәлтеүсе булараҡ сығыш яһайым. Балалар менән уҡытыусы – уҡыусы мөнәсәбәтен урынлаштырыу менән сикләнеү бик үк дөрөҫ булмай. Һәр кем үҙ аллы үҫешкән кеүек, балалар ҙа үҙ аллы эҙләнергә, дәрестән тыш уҡырға тейеш. Был осраҡта уҡытыусы, тәү сиратта, үҙе шул кешенең өлгөһө булырға тейеш. Бер яҡтан, ул талапсан, аҡыллы, ә икенсе яҡтан, мөләйем йөҙлө, һәр саҡ ярҙамға ашығып тороусы киң күңелле кеше. Уның менән бергә илап алырға йәки көлөргә, дәрес тураһында ғына түгел, футбол матчы тураһында ла, йә иһә ниндәйҙер аш-һыу сере хаҡында ла ирекле фекер алышырға була. Был да үҙенә күрә педагогик асылға ҡайтып ҡалған тормош фәлсәфәһенең өлгөһө.

Әлбиттә, һәр кемдең үҙ юлы, үҙ фәлсәфәһе. Киләсәктә уҡыусыларымдың кем буласағын, ҡайһы урындарҙа эшләйәсәген белмәйем. Ләкин минең өсөн иң мөһиме – уларҙың шәхес булараҡ рухтарын төшөрмәү, күңел төшөнкөлөгөнә юл ҡуймау. Үҙенең уҡыусыларын ихтирам иткән уҡытыусы, үҙе лә хөрмәткә һәм һөйөүгә лайыҡ.

Тағы ла иртәнге таңда шаһит булған ҡайын ағасы күҙ алдыма баҫа. Хәҙер иһә ул ағас минең өсөн япраҡтарын ҡойоп, буш тороп ҡалған ағас кеүек түгел, ә яңынан-яңы быуынды яралтып, тәрбиәләп, оло тормошҡа үҫтереп сығарған бөйөк ағас булараҡ ҡабул ителә. Шуға күрә мин уҡыусыларымдың шул ағастағы япраҡтар кеүек ҡабатланмаҫ һәм сағыу булыуҙарын теләйем. Иртән генә минең янда ашығып уҙып барыусы кешеләр иҫәбендә тормошта үҙ юлдарын тапҡан, йәшәү фәлсәфәһенә төшөнгән уҡыусыларымдың да булыуын теләйем. Был урында минең педагогик фәлсәфәмдең асылы шулай яңғырай: “Яҡшы уҡытыусы булыу өсөн, кемгә һәм нимәне өйрәткәнеңде яратырға кәрәк!”.

Был донъяла ҡунаҡларһың,
Уҡыһаң, йөҙөң аҡларһың.
Замана ғилемен белһәң,
Донъя тәртибен һаҡларһың.

Уҡыусыларым алдында мин
Үҙемде бурыслы тоям.
Шәфҡәтлелек, изгелектән,
Матурлыҡ, гүзәллектән
Бер бөтөн ынйы ҡоям.

Беҙ башлаған изге һуҡмаҡтарҙан
Өҙөлмәһен бала эҙҙәре.
Яңғырап торһон көмөш ҡыңғырауҙар,
Балҡып торһон сабый күҙҙәре.

Уҡытыусымын! Сәскән орлоҡтарым
Аҡыл емешенә әйләнгән.
Сөнки илем, халҡым киләсәге
Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.